1 / 5
үтте.
Парк уйынсыларҙың, көйәрмәндәрҙең шат тауыштарынан гөрләп торҙо. Кескәйҙәр ҙә ситтә ҡалманылар был сәмле ярыштан, улар ҙа үҙ - ара көс һынаштылар. Уйын булғас, еңеүселәр ҙә була. Көсөргәнешле уйындан һуң 🥇1- се урынды - "Әпек" командаһы, 🥈2- се урын - "Аҡминде" округы, 🥉3- сө урынды- "Ирәндек", "С.Юлаев", "Парк" округы егеттәре командаһы яуланы. "Шишмә" округы егеттәре лә, йәш булыуҙарына ҡарамаҫтан, һынатманылар. Алибеков Бәхтиәр - "Иң яҡшы вратарь", Ильясов Кинйә - "Иң яҡшы ҡапҡа һаҡсыһы" тип танылдылар. "Иң оло уйынсы" - Янтурин Таһир Фәтхулла улы, "Иң йәш уйынсы" - Галеев Рамаҙан, "Иң яҡшы һөжүмсе" - Надербаев Айсыуаҡ, "Иң яҡшы уйынсы" - Надербаев Хәйҙәр Әхмәр улы һәм "Иң яҡшы көйәрмән" исеменә Худайбердин Алтынғужа Насибулла улы лайыҡ булды.Афариндар!
Атайҙар көнөндә,,өлгөлө ғаилә башлығы, спортты һөйөүсе атайҙары иҫтәлегенә ҙур турнир үткәреүсе, ауыл халҡына, йәштәргә, балаларға ҙур, файҙалы ял ойоштороусы Сәғит ағайҙың улдары Шәһит Сәғит улына һәм Батыр Сәғит улына, барыһын да ҡайнар сәй, йылы былау менән һыйлаусы ҡыҙы Юлиәгә, Рәсимә еңгәйгә, туғандарына, кейәү, килендәренә, якындарына оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Һеҙгә ғаилә бәхете, эшегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ!







