
Мин тауышымды яҡташыма, ҡорҙашыма Зариф Закирович БАЙҒУСҠАРОВ өсөн бирәсәкмен.
Ул 2016 йылдан алып үҙ эшен матур итеп алып бара, һәр саҡ халыҡ араһында йөрөй. Күпме кешенән уның тураһында йылы һүҙҙәр ишеткәнем бар?! Үҙем дә шәхси һорауҙар буйынса мөрәжәғәт иткәнем булды, тиҙ генә хәл итеп ҡуйҙы.
Көслө юрист, ҡатмарлы проблемаларҙың осона тиҙ сыға. Кешелекле, ябай, халҡына иғтибарлы депутаттың алда ла эшләүен теләйем!
Уның һүҙе менән эше тап килә: ул кешеләр араһына килә, мөрәжәғәттәрҙе тыңлай, ауыл-ҡала проблемаларын белә һәм уларҙы хәл итеү юлдарын эҙләй. Беҙгә тап шундай депутат кәрәк! Зариф Закирович, мин Һеҙҙе бик хөрмәт итәм, ҙур уңыштар теләйем!
Зариф Закирович Байгускаровты һайлайыҡ - киләсәгебеҙ, тыуған яғыбыҙ өсөн тауыш бирәйек! ✊🇷🇺


