
❗Мөһим сараға - һайлауҙарға әҙерләнәбеҙ. Мин үҙем өсөн кәрәкле депутатты бығаса һайлап ҡуйғанмын инде. Ул - беҙгә яҡын булған ир уҙаманы, ышаныслы ҡул, Зариф Закир улы БАЙҒУСҠАРОВ. Алдағы ике саҡырылыш осоронда уның менән бергә эшләү бәхете тейҙе миңә.Эше һүҙенән, һүҙе эшенән айырылмаған, һәр аҙымды төптән уйлап башҡарған кешеләрҙең береһе ул.
Зариф Закирович - Сибай институтының таянысы, терәге һәм ҡанаты. Ошолай әйтергә тулы хаҡым бар, сөнки бына 10 йыл инде беҙҙең студенттар Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһында практика үтә. Әйтергә кәрәк, бындай тәжрибә тик беҙҙең уҡыу йортонда ғына! Ошо йылдар эсендә 60-ҡа яҡын студентыбыҙ төп хоҡуҡ йортонда булып, закон сығарыу процесын үҙ күҙҙәре менән күрҙе, Зариф Закировичтың атайҙарса хәстәрлеге арҡаһында телевизорҙан ғына күргән депутаттар менән аралаштылар, һорауҙар бирҙеләр, тәжрибә тупланылар 🏛
Депутаттың тағы бер ҙур йөрәкле эше - Талҡаҫ күленә ҡарата иғтибары. Уны һаҡлау, таҙартыу, киләһе быуындарға гөлдәй итеп тапшырыу - уның өсөн буш һүҙ түгел. Ошо эшкә күпме өмәләр, күпме йөрәк йылыһы, күпме төн йоҡоһоҙлоғы һалынғандыр...Мин быны беренсе өмәнән алып әүҙем ҡатнашҡан кеше булараҡ әйтәм: ғәйәт ҙур эштәр башҡарыла! Тирә-яғы таҙартыла, шишмә инеше тәртипкә килтерелә, кәртәләр, аншлагтар ҡуйыла - был күл яңынан йылмая башланы.
«Кисеүҙә аттарҙы алыштырмайҙар», тиҙәр. Был әйтем менән тулыһынса килешәм! Зариф Закирович- беҙҙең депутат! Ышаныслы! Лайыҡлы! Үҙебеҙҙеке!
❗Я свой выбор давно сделала. И ни разу не пожалела. Почему? Потому что Зариф Закирович Байгускаров - человек, которому я доверяю. Мы работаем вместе уже два созыва. У него слово никогда не расходится с делом. А дело - со словом. Это редкость, согласитесь.
Для Сибайского института Зариф Закирович - не просто друг. Он - надежда, опора и старший наставник. Благодаря его отеческой заботе уже 10 лет только наши студенты проходят практику в Государственной Думе РФ! 🏛 Будущие юристы видят, как рождаются законы, как работает Совет Федерации, общаются с теми самыми депутатами, которых раньше видели только по телевизору. Это бесценный опыт!
А ещё - Талкас. Наш Талкас. Его защита - это вторая огромная глава в работе Зарифа Закировича. Сибайский институт с первых дней участвует в этих акциях, и я знаю не понаслышке, сколько сил, души и энергии вложено в спасение этого жемчужного озера. 💧Только представьте: убирают мусор не только с берега, но и со дна! Чистят родники, ставят ограждения, беседки, аншлаги, сажают деревья. Это не просто слова - это настоящий труд. 🌳🌊
Я перечислила лишь малую часть того, что делает Зариф Закирович! Но главное - я знаю его много лет, работаю рядом и каждый день убеждаюсь: Он - достойный депутат! Наш депутат! Надёжный депутат! Таких людей надо беречь и поддерживать. Я свой выбор сделала!


