Перейти к содержанию

ВКонтакте

Яҙыусы, журналист Хәйҙәр ТАПАҠОВ

Фотография к материалу «Яҙыусы, журналист Хәйҙәр ТАПАҠОВ»

Дәүләт Думаһына депутатлыҡҡа кандидаттар һайлау мәлендә Зариф Закир улы БАЙГУСКАРОВТЫҢ ике тапҡыр ышаныслы кешеһе булдым. Ышаныслы кеше, тигәндәй, депутатлыҡҡа кандидат кәрәкле мәлдә ышаныслы, ышанған кешеһенә мөрәжәғәт итә, тел ярҙамы, һүҙ ярҙамы һорай бит инде ул.

Ошо оҙайлы ваҡыт эсендә Зариф Закир улын яҡындан белдем, тиһәм дә һис тә арттырыу булмаҫтыр. Бер осрашыу мәлендә уның эштәренә баһа биреп: "Зариф Байғусҡаров ысын мәғәнәһендә халыҡ депутаты, халыҡтың ышанған, күҙ терәп торған һайланыусыһы!" тигәйнем. Бына ошо фекеремдә ҡалдым һәм ҡалам. Зариф Закирович һәр ваҡыт халыҡ араһында, халыҡ менән, уның хәстәре, уның ынтылыштары, теләктәре, борсолоуҙары менән булды, ошо уйҙар менән йәшәне һәм йәшәй. Һәм ошо урында тағы шуны ла өҫтәп әйтер инем - уға ярҙам өмөт итеп мөрәжәғәт иткән кешенең бер генә үтенесе, бер генә һорауы ла яуапһыҙ ҡалманы һәм ҡалмай, бихисап ярҙам алып ихлас рәхмәт әйтеүселәр хаҡында әйтеп тә тормайым.

Нимә генә тиһәк тә ил ир кешегә күҙ терәп, таянып тора, Зариф Закир улы Башҡортостан кимәлендә "Ир-егеттәр ҡоро"н ойоштороп бик тә дөрөҫ эшләне. Һәм бына ошо ҡор республика кимәлендә әллә күпме шәп, кәрәкле эштәр эшләне.

Ә Башҡортостаныбыҙҙың йөҙөк ҡашы булған, "тере күҙ"е булған Талҡаҫ күле һуң?! Унда йыл һайын өмәләр ойошторола, ошо изге, кәрәкле эшкә әллә күпме көс тырышлыҡ, сарыф йәлеп ителә. Зариф ҡустының килештереп, оҫта итеп һыбай елеүен яратып, һоҡланып күҙәтеп торғаным бар. Гел шулай алда бул, ат өҫтөндә ҡал, Зариф Закир улы, гел шулай өмөтлө киләсәккә ел, һәм беҙҙең менән, беҙҙең арала ҡал! Уңыштар, сәләмәтлек, еңел булмаған ил хәстәрҙәрендә уңыштар теләйем!

https://vk.ru/wall234362208_7593

Читайте также

ВКонтакте

ПЕРВЫЙ РЕСПУБЛИКАНСКИЙ ФОРУМ ЭКОЛОГИЧЕСКИХ ИНСПЕКТОРОВ И ЭКОЛОГИЧЕСКИХ ВОЛОНТЕРОВ

Сегодня в Уфе по инициативе депутата Госдумы России, председателя РОО «Совет мужчин» Башкортостана Зарифа Байгускарова прошёл Первый Республиканский форум общественных экологических инспекторов и…

ВКонтакте

БАЯНИСТ НА УЧАСТКЕ

Стартовали выборы депутатов Государственной Думы РФ. Вчера с Гульназ мы проголосовали в городе своей юности Салават на избирательном участке №609, расположенном по улице Островского, 70. Взяли…

ВКонтакте

Был аҙнала Рәсәй Дәүләт Думаһына депутаттар һайлаясаҡбыҙ

Мин тауышымды яҡташыма, ҡорҙашыма Зариф Закирович БАЙҒУСҠАРОВ өсөн бирәсәкмен. Ул 2016 йылдан алып үҙ эшен матур итеп алып бара, һәр саҡ халыҡ араһында йөрөй. Күпме кешенән уның тураһында йылы һүҙҙәр…