Ат — башҡорт халҡының тоғро дуҫы, яуҙашы, уң ҡанаты. Борондан ат башҡорт өсөн изге хайуан булған. Атһыҙ башҡорт — ҡанатһыҙ ҡош, тигән әйтем бар. Тоғро юлдашы менән башҡорт ил ҡорған, дошман менән алышҡан, ауыр юлдар үткән. Аттың даны — башҡорттоң даны. Атты хөрмәт иткән ғаиләлә бәхет күп булған. Әле лә башҡорт аты — милләттең горурлығы, рух көсө, азатлыҡ символы.
"Башҡорт һәм ат" Артур Туҡтағолов көйө Ғәлиә Кәлимуллина һүҙҙәре Башҡаралар Артур һәм Буранбай Туҡтағоловтар


